Telegram Group Search
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Инвесторҙар 70 миллион һумлыҡ аҡсаны социаль объекттарҙы яңыртыуға йүнәлтте

Социаль өлкәне хәстәрләүсе яуаплы инвестор. Әбйәлил районында «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт 70 миллион һумлыҡ аҡсаны социаль объекттарҙы яңыртыуға йүнәлтә. Буранғол ауылы мәктәбенең интернатында һәм «Ирәндек» балаларҙы һауыҡтырыу лагерында капиталь ремонт эштәре үтәлеше хаҡында сюжет.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика программалары ярҙамында Мәскәү ауылында уңайлы шарттар тыуҙырыла

Өлгө алырлыҡ ауыл биләмәһе. Дүртөйлө районының Мәскәү ауылы йылдам үҫешкән, республика проекттарында әүҙем ҡатнашып еңеү яулаған биләмәләр исемлегендә. Уның һөҙөмтәһендә урында бер-бер артлы социаль объекттар ҙа төҙөкләндерелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы тамамланды

Бөгөн Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы тамамланды. Ике көн дауам иткән форум эшлекле осрашыуҙарға, фәһемле һөйләшеүҙәргә, белгес кәңәштәренә, оҫталыҡ дәрестәренә бай булды. Гүзәл заттар һөйөү, наҙ, иғтибар, зауыҡ шауҡымына солғанды, аралашты, фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйын фестивале дауам итә

Өфөнөң Совет майҙанында «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйын фестивале дауам итә. Программаға ярашлы, бөгөн балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тиҫтәләп оҫталыҡ дәресе, төрлө конкурстар уҙғарылды, спектаклдәр ҡуйылды. Шулай уҡ сарала Рәсәйҙә етештерелгән уйынсыҡтар, кәсепселәрҙең ҡул эштәре лә тәҡдим ителә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Зинера Слабоженко — «Башҡортостан геройҙары» проекты финалында

Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә «Башҡортостан геройҙары» мәғариф проектында ҡатнашыусы Зинера Слабоженко тураһында яҙған. Зинера Наил ҡыҙы 22 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлаған. Тәжрибәле шәфҡәт туташы Чечен, Сүриә һуғыштарында һәм махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙарҙы ҡотҡарған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Египет» ҡушаматлы яугир реабилитация үтә

«Египет» аяҡҡа баҫа. Республиканың һуғыш ветерандары клиник госпиталендә реабилитация үтеүсе яугир тәүге ышаныслы аҙымдарын яһай. Тыуған иленең атамаһын ҡушамат итеп алған ир махсус хәрби операцияла ҡаты яралана. Контрактты ла ул намыҫ ҡушыуы буйынса төҙөй. Беҙҙең илдә һәр ир-егет ватан һағына баҫырға бурыслы. Рәсәйҙә өйләнеп ошонда уҡ йәшәгәс мин дә үҙ ғаиләмде, яҡындарымды, илде ҡурсаларға бурыслымын, ти ул.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йыл башынан алып республикала егерме биш кеше һыу ҡорбаны булған

1 июндән һыу инеү миҙгеле башланды. Шул ваҡыттан алып ҡотҡарыу хеҙмәте бөтә Башҡортостан буйлап халыҡтың яратып ял иткән урындарында патрулдәр ойоштора һәм кешеләргә йылға-күлдәрҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында иҫкәртә,
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында йәшәүсе Рәүилә Тәминдарова — «Герой-Әсә»

Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфө районы Дмитриевка ауылында йәшәүсе Рәүилә Тәминдароваға «Герой-Әсә» исеме биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ун бала тәрбиәләп үҫтергән герой-әсә әле ейәндәрен ҡарарға ярҙамлаша. Йәмәғәт эштәрендә, махсус хәрби операция өсөн гуманитар ярҙам ебәреүҙә, маскировка селтәрҙәре үреүҙә ҡатнаша.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яныш ауылы 290 йыллығын һабантуй менән ҡаршы ала

Благовар районы Яныш ауылына нигеҙ һалыныуға 290 йыл. Күркәм датаны ауылдаштар июль урталарында һабантуй итеп билдәләү маҡсатын ҡуя. Әйткәндәй, юбилей йылында яныштар быйылғы»Айыҡ ауыл«республика конкурсында еңеү яулаған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда йәйге лагерҙар балаларҙы ҡабул итә башланы

Башҡортостандың ял-һауыҡтырыу, спорт, мәктәп яны лагерҙары балаларҙы ҡабул итә башланы. Быйыл йәйге каникул мәлендә республикала 500 меңдән ашыу баланың ялын ойоштороу ҡаралған. Ошо маҡсатта төбәк бюджетынан 3 миллиард 300 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Ауырғазы районының Түбәнге Бегенәш ауылында урынлашҡан Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге балалар ял-һауыҡтырыу лагеры тәүге сменаны башлаған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың 15 районында ауыл хужалығы эшсәндәренең һабантуй байрамы үтте

Республиканың 15 районында ауыл хужалығы эшсәндәренең һабантуй байрамы үтте. Яҙғы сәсеү эштәрен теүәлләгәндән һуң Өфө районы хеҙмәтсәндәре һабан байрамына йыйылды. Николаевка ауылы янындағы аҡланда уҙғарылған халыҡсан саранан репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ботаника баҡсаһында 500-нән ашыу пион төрө сәскә атты

Пиондар шау сәскәгә төрөнгән ваҡытта Өфө ботаника баҡсаһында уларҙың 500 ашыу төрө менән танышырға, уларҙы тәрбиәләү һәм үрсетеү хаҡында лекциялар тыңларға, иҫтәлеекә фотоға төшөргө мөмкин
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фронттың күренмәгән терәге – ремонт ротаһы яугирҙары

Уларҙың бурысы ватылған техниканы мөмкин тиклем тиҙерәк сафҡа индереү. Махсус хәрби операцияла был эш менән ремонт ротаһы шөғөлләнә. Алғы һыҙыҡтан алыҫ булмаған урында яугирҙар тәүлек әйләнәһенә хәрби машиналарҙы йүнәтә, броняны көсәйтә һәм дронға ҡаршы конструкциялар эшләй.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры яңы йүнәлештә эшләй

Ҡурсаҡ театры «Әйҙә, уйнарға» фестивалендә ниндәй тамашалар тәҡдим итә? Репертуарға ниндәй үҙгәрештәр индерелә?

Театрҙың үҫеш һәм маркетинг бүлеге етәксеһе Эльвира Дәүләтбирҙина БСТ каналының күсмә студияһында яңы проекттар һәм программалар хаҡында һөйләне.
https://vk.com/video-85076499_456257843
«Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестивалендә БСТ күсмә студияһында ҡунаҡта эшҡыуар, һөнәрсе Арыҫлан Бикбаев.

БСТ күсмә студияһының икенсе ҡунағы "Атайсал" мәҙәни үҙәгенең художество етәксеһе Зилә Лира.

https://vk.com/video-85076499_456257850
«Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестиваленең икенсе көнөндә БСТ күсмә студияһында ҡунаҡта Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев.

https://vk.com/video-85076499_456257851
Белорет-Учалы-Миәс юлында ремонт башланды

Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла. Быйыл трассаның 11 километрын төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылған. Әле Учалы районында 4 километрҙа ремонт бара. Быйыл Башҡортостанда милли проект буйынса 280 километр юл төҙөкләндереү планлаштырыла.
Башҡортостанда был эш аҙнаһы ла ҡыҫҡа була

Ул өс көн дауам итә. 12 июндә Рәсәй көнө билдәләнә. Шулай уҡ 8 март, ҡатын-ҡыҙҙар байрамы шәмбегә тура килде, ул ял 13 июнгә күсерелде. Башҡортостанда үткән аҙнала Ҡорбан байрамы уңайынан өс көнлөк ял булды.
Яңы уйынсыҡтар

«Әйҙә, уйнарға» фестивалендә Сибай сәнғәт мәктәбенең креатив индустриялар мәктәбе етәксеһе Резеда Яхина балалар өсөн яңы уйынсыҡтар һәм башватҡыстар тәҡдим итте.
Шулай уҡ БСТ каналының күсмә студияһына ысын Ҡыш бабай килде. Ул уйынсыҡтарҙың үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.
https://vkvideo.ru/video-85076499_456257852
Һөжүмсе Нэйтан Тодд "Салауат Юлаев" өсөн уйнамай

Был турала клубтың рәсми сайтында хәбәр ителә. Хоккейсы Өфө командаһы составына уҙған миҙгелдә ҡушылды. Даими беренселектә 68 осрашыуҙа 14 шайба индерҙе 38 һөҙөмтәле пас бирҙе. Плей-офта 4 уйында ҡатнашты. Уның иҫәбендә ике шайба һәм 3 һөҙөмтәле пас.
2025/06/19 13:51:13
Back to Top
HTML Embed Code: