Telegram Group Search
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың көнъяҡ-көнсығыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе иғлан ителде

Шулай уҡ йәшенләп ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ яуыуы, елдең тиҙлеге секундына 20 метрға тиклем етеүе күҙаллана. Янғын сыҡҡан осраҡта Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер үҙәгенә шылтыратыу һорала. Йәки 112 һандары буйынса ҡотҡарыусыларға шылтыратырға мөмкин. Телефон һандарын экранда күрәһегеҙ.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда юл хәрәкәтен күҙәтеү камералары артыр тип көтөлә

Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла юл хәрәкәтен күҙәтеү камералары артыр тип көтөлә. Яңы ҡорамалдар ярамаған ерҙә автомобиль ҡалдырыу, урамда сүп-сар ташлау һәм хатта рөхсәтһеҙ сауҙа итеү кеүек хоҡуҡ боҙоуҙарҙы ла теркәйәсәк. Дәүләт автоинспекцияһынан белдереүҙәренсә, былтыр камераларға заказдар ике ярым тапҡырға артҡан. Контракттарҙың дөйөм хаҡы 1 миллиард ярым һумға еткән. Тиҙҙән страховка барлығын тикшереүсе камералар ҙа һынау үтеп ҡулланышҡа индереләсәк.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө - Инйәр - Белорет трассаһында километрҙарға һуҙылған автомобиль тығындары барлыҡҡа килде

Өфө - Инйәр - Белорет трассаһында километрҙарға һуҙылған автомобиль тығындары барлыҡҡа килде. Юл ваҡиғаһы Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Шәрәй ауылы янындағы Ағиҙел йылғаһы аша күперҙә теркәлгән. Әле ҡоролмала ремонт эштәре бара. Транспорт хәрәкәте бер һыҙаттан ғына ебәрелә. Бөгөн иһә ике яҡтан килеүселәр өсөн дә йәшел ут янып, водителдәр күперҙә осраша. Күрәһең, береһе лә артҡа бирергә теләмәгән. Ул арала һәр ҡаршы яҡтың да артынан километрҙарға һуҙылған тығын йыйылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан геройҙары»: Милли китапханала илһөйәрлек сәғәте үтте

Башҡортостан геройҙары. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡорт кооператив техникумы студенттары ҡатнашлығында уҙған илһөйәрлек сәғәте шулай тип аталды. Сара барышында егет-ҡыҙҙарға ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев тураһында документаль фильм күрһәтелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат районында шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың 271 йыллығы билдәләнде

Салауат районында шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың 271 йыллығы билдәләнде. Милли батырҙың тыуған көнө республика фольклор байрамы булараҡ ойошторолдо. Шулай уҡ мәҙәни сара уңайынан Салауат районы һәм Силәбе өлкәһе сигендә һәйкәл дә асылды.
Башҡортостан Ҡытайға ағас материалдарын һатыуҙы арттырҙы

Быйыл 15 мең кубик метрҙан ашыу ОСП һәм ДСП оҙатылған. Уҙған йылда был һан күпкә аҙ булған. Экспортланған тауар тикшерелгән, ул Пекин билдәләгән талаптарға яуап бирә. Башҡортостанда федераль проект ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, 2030 йылға тиклем экспортты арттырыу маҡсаты ҡуйыла.
Республикала 11 урман янғыны булған

3 апрелдән 16 июнгә тиклем 26 гектарҙан ашыу майҙанға зыян килгән, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан. Һуңғы тәүлектә урмандарҙа ут сыҡмаған. Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән урмансылыҡтарында биләмәләргә инеү буйынса сикләү 6 июлгә тиклем оҙайтылды.
Башҡортостан күмәк халыҡ ҡатнашлығында саралар уҙғарыу өсөн федераль аҡса ала

44 миллион һум ҡаралған. Был сумма "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проектына ярашлы бүленә. - Республика бөтә илдән туристар йәлеп итерлек мауыҡтырғыс һәм иҫтә ҡалырлыҡ саралар уҙғарыу өсөн яңы мөмкинлек ала, тип хәбәр итәләр Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. Милли проект буйынса Башҡортостанда "Салауат йыйыны", Сәләмәтлек һәм туризм, Күсмә мәҙәниәттәр, Ҡунаҡсыллыҡ, "Терра ҡыш" фестивалдәре уҙғарыла.
Муниципаль инвестиция стандарттарын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәләре иғлан ителде

Беренсе вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, ҡалалар араһында иң яҡшыһы тип Нефтекама танылған. Шулай уҡ Салауат һәм Өфө билдәләнгән. Райондар араһында Благовещен, Мәләүез һәм Бөрө аталған. Рөстәм Моратов белдереүенсә, 2018 йылдан Республика кимәлендә 172 инвестиция сәғәте уҙғарылған. Ошондай эш район һәм ҡалаларҙа ла алып барыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Евразия йөрәгенә сәйәхәт» Халыҡ-ара экспедицияһында ҡатнашыусылар менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Евразия йөрәгенә сәйәхәт» Халыҡ-ара экспедицияһында ҡатнашыусылар менән осрашып, маршруттың республика аша һалыныуына рәхмәтен белдерҙе. Гуманитар-эшлекле башланғыс 6 июндә Мәскәүҙә старт алғайны, экспедиция Үҙәк Азия менән Рәсәйҙең утыҙҙан ашыу ҡалаһы аша үтә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Николай Красниковтың туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Николай Красниковтың туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Легендар мотоуҙышсы бөгөн төндә юл-транспорт ваҡиғаһында вафат булды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тәүлек әйләнәһенә ҡотҡарыу: балалар санитар авиацияһы 10 йыллыҡҡа аяҡ баҫа

Киләһе йыл Республика балалар клиник дауаханаһының балалар санитар авиацияһы бүлексәһе 10 йыллығын ҡаршылай. Юл-транспорт ваҡиғаһы булһынмы, янғын осраҡтарымы - Өфө табиптары республиканың төрлө район-ҡалаларына юлланып, кескәй ғүмерҙәрҙе ҡотҡара. Йыл һайын мең ярамдан ашыу саҡырыу эшкәртелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дрон-камикадзеларға ҡаршы — мотоуҡсыларҙың яңы күнекмәләре

Дрон-камикадзе - махсус хәрби операцияның ҡурҡыныс ҡоралы. Уның төп маҡсаты - Рәсәй армияһының тере көстәрен һәм хәрби техникаһын юҡ итеү. Шуға күрә ватандаштарыбыҙҙың был ҡоралға ҡаршы эш итә белеүе бик мөһим. 428-се мотоуҡсылар полкының шәхси составы пилотһыҙ осоу аппараттарын ваҡытында асыҡлау һәм уларға ҡаршы саралар күреү алымдарын камилаштара.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәккәлә хаж ҡылыусыларҙың бер төркөмө Башҡортостанға әйләнеп ҡайтты

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды тарафынан ойошторолған сәфәрҙә хәрби бәрелештәр ветерандары һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарының ғаилә ағзалары ҡатнашҡайны. Изге ғәмәлде Башҡортостандан 30 кеше үтәне. Шулай уҡ Ырымбур өлкәһендә йәшәгән 10 милләттәшебеҙ ҙә имтихан һөҙөмтәләре буйынса уҡыуҙарҙы уңышлы үтеп, хаж ҡылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә бәйле уның һәйкәленә сәскә һалынды

Бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә бәйле уның һәйкәленә сәскә һалынды. Тантанала мәҙәниәт министрлығы, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтай ағзалары, депутаттар һәм йәмәғәт вәкилдәре ҡатнашты. Салауат Юлаев һәйкәле халыҡты берләштергән ғәҙеллек символы булып тора.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаевтың тыуған көнө уңайынан әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо

Салауаттың рухы - мәңгелек. Бөйөк шәхес, милли герой Салауат Юлаевтың тыуған көнө уңайынан әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо. Унда төрлө быуын шағирҙар, яҙыусылар үҙ әҫәрҙәрен уҡыны, сәнғәт әһелдәре сығыш яһаны. Сара йыл һайын уҙғарыла. Быйыл ул беренсе тапҡыр Яҙыусылар йортонда үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фёдоровка районындағы һабантуй Махсус хәрби операция ҡаһармандарына арналды

Күпселек райондарҙа быйылғы һабантуйҙар республикала иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы һәм Рәсәй кимәлендә билдәләнгән Ватанды һаҡлаусылар йылына арнап уҙғарыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда беренсел медицина звеноһына биш миллиард һум йүнәлтелә

Быйыл Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһына ярҙамға биш миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелә. Был хаҡта бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған республика хөкүмәте кәңәшмәһендә хәбәр ителде. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына өҫтәмә ярҙам саралары ҡаралды. Әлегә тиклем 40-лап ярҙам пункты булһа, хәҙер уларҙың иҫәбе 54-кә етә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йыл башынан ғына Өфөлә 200 йүкә ағасы ултыртылға

Йыл башынан ғына Өфөлә 200 йүкә ағасы ултыртылған. Баш ҡаланы йәшелләндереү мәсьәләләре «Йәмәғәт биләмәләре сәғәте» форматында үткән кәңәшмәлә өйрәнелде. Радий Хәбиров сираттағы тематик ултырыш уҙғарҙы.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Онкоурология аҙналығы» Халыҡ-ара форумы үтә

Өфөлә «Онкоурология аҙналығы» Халыҡ-ара форумы үтә. Унда Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән медицина өлкәһе белгестәре ҡатанаша, улар көнүҙәк тема буйынса вуз-ара студенттар кампусында фекер алыша,тәжрибә уртаҡлаша. Осрашыуҙа яман шеш менән көрәштә иң яҡшы клиник практикалар, фундаменталь һәм өҫтөнлөклө ҡулланма тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре ҡаралды.
2025/06/18 15:43:45
Back to Top
HTML Embed Code: