Telegram Group Search
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Республика террорға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышын үткәрҙе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Республика террорға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Күләмле акциялар, сығарылыш класс байрам саралары алдынан барлыҡ хеҙмәттәрҙең дә әҙерлеген тикшереү мөһим. Төбәк башлығы әйтеүенсә, халыҡ күпләп йөрөгән майҙандарҙа хәүефһеҙлек талаптарын етди үтәү мөһим.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры итеп Александр Воронежский тәғәйенләнде

Владимир Путин указы менән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры итеп Александр Воронежский тәғәйенләнде. Рәсәй эшке эстәр министры Владимир Колокольцев шәхси составты ведомствоның яңы етәксеһе менән таныштырҙы. Полиция генерал-майоры Александр Воронежский алдында етди маҡсаттар ҡуйылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюз ойошмалары мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренең семинар-кәңәшмәһе үтә

Өфөлә Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюз ойошмалары мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренең семинар-кәңәшмәһе үтә. Дүрт көнлөк мәғариф программаһына ярашлы, илдең төрлө төбәктәренән йыйылған белгестәр профсоюз хәрәкәте эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса заманса эш алымдарын үҙләштерә, берҙәм мәғлүмәт киңлеге булдырыу, баҫма мәғлүмәт саралары сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре ҡарала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Штеровка ауылында Совет яугирҙарына арналған мемориал реставрациялана

Донбасты һаҡлаусылар һәм азат итеүселәр иҫтәлегенә. Штеровка ауылында Совет яугирҙарына арналған мемориал реставрациялана. Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған проект Башҡортостан өсөн дә әһәмиәтле. Сөнки был урын Бөйөк Ватан һуғышының өнһөҙ шаһиты һәм унда күп кенә яугирҙарыбыҙ башын һалған. Рәсәй көнө алдынан ватан һаҡсыларының туғандаш ҡәберлегендә тантаналы сара үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы үҙәк халыҡҡа сифатлы ярҙам вәғәҙә итә

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлеү осраҡтары илдә беренсе урында. Шуға ла хирургия корпусы асылыуы мөһим ваҡиға. Пациенттарҙың күптәре юғары технологиялы операцияларға мохтаж. Кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы тап ошондай мөмкинлектәр аса.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың Милли музейында Салауат Юлаев һәйкәле тарихына арналған күргәҙмә асылды

Башҡортостандың Милли музейында Салауат Юлаев һәйкәле тарихына арналған күргәҙмә асылды. Идеянан алып герой образын бөйөк монументта һынландырыуға тиклем - экспозицияла скульптор, Төньяҡ Осетия һәм БАССР-ҙың халыҡ рәссамы Сосланбәк Тавасиевтың ижади эҙләнеүҙәре тураһында мәғлүмәт килтерелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда еләк миҙгеле асылды

Башҡортостанда еләк миҙгеле асылды. Уҙған йылдарҙан айырмалы емеш аҙна-ун көнгә иртәрәк өлгөргән. Шишмә районындағы питомник та мул уңыш менән һөйөндөрә. 32 гектар майҙанда үҫкән еләкте теләгән һәр кем килеп йыя ала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин Башҡортостан халҡын Рәсәй көнө менән тәбрикләне

Бөгөн ил өсөн иң мөһим дәүләт байрамы - Рәсәй көнө билдәләнә. Тап 1990 йылдың 12 июнендә РСФСР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһында декларацияһы ҡабул ителә. Шулай уҡ республика халҡы Салауат Юлаевтың 271 йыллығын да ҡаршылай, Өфөлә ҡала көнө үтә. Байрамдарҙы билдәләү буйынса бай программа төҙөлгән.
Рәсәй Президенты Владимир Путин, Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан халҡын Рәсәй көнө менән тәбрикләне. Ил башлығы төбәк етәксеһе исеменә ҡотлау хаты ебәргән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй көнө һәм Салауат Юлаевты иҫкә алыу саралары үтте

Өфөлә Рәсәй, баш ҡала көнө һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына арналған байрам тантаналары үтте. Саралар Шәйехзада Бабичтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.
Башҡорт шағиры, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл 2019 йылдың июнендә асылды, монументтың бейеклеге 6 метр. Уның авторы скульптор, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Андрей Ковальчук. Рәсми делегация артабан милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәленә лә сәскә һалды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй көнө уңайынан Радий Хәбиров бер төркөм үҫмерҙәргә паспорт тапшырҙы

Рәсәй көнө уңайынан Радий Хәбиров бер төркөм үҫмерҙәргә паспорт тапшырҙы. Гражданиндың төп документын уҡыу алдынғылары, спорт һәм башҡа йүнәлештәрҙә уңышҡа өлгәшкән йәштәр алды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Минск ҡалаһы башҡарма комитеты рәйесе Владимир Кухарев менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Минск ҡалаһы башҡарма комитеты рәйесе Владимир Кухарев менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Яҡтар халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында фекер алышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районында рәсми рәүештә «Алтын ҡаҙаҡтар» асылды

Донъя кимәлендәге тарихи ваҡиға. Ғафури районында рәсми рәүештә «Алтын ҡаҙаҡтар» асылды. Һүҙ халыҡ-ара эталон булған Көгөш һәм Алыҫ Төлкәҫ геологик киҫелештәре тураһында бара, уларҙың барлыҡҡа килеүе яҡынса 300 миллион йыл менән иҫәпләнә һәм палеозой эраһына барып тоташа. Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Ҡытайҙан, Мысырҙан, Ирандан, Ҡаҙағстандан һәм Рәсәй төбәктәренән килгән күренекле ғалимдар ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн «Продобро» тип аталған коворкинг-үҙәк асылды

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн «Продобро» тип аталған коворкинг-үҙәк асылды. 200 малай-ҡыҙға иҫәпләнгән ижади майҙансыҡ үҙенсәлекле балаларҙы йәмғиәттә социалләштереү, аралашырға өйрәтеү, һөнәр үҙләштерергә ярҙам итеү өсөн ҡаралған. Яңы үҙәк эшмәкәрлеге менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Төбәк етәксеһе мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн коворкинг-үҙәктәр ойоштороу тәжрибәһен артабан дауам итеү маҡсатын ҡуйҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө халҡы өс байрамды бергәләп билдәләне

Рәсәй, Ҡала һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған байрам саралары бөгөн Өфөнөң бар мәҙәниәт һәм ял парктарында ла үтте. Күңел асыу саралары тотош ғаилә менән бергәләп ял итеүгә ҡоролғайны. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин ауылының 7-се мәктәбендә «Йондоҙҡай» көндөҙгө һауыҡтырыу лагеры эшләй башланы

Иглин ауылының 7-се мәктәбендә быйыл тәүге тапҡыр «Йондоҙҡай» көндөҙгө һауыҡтырыу лагеры эшләй башланы. «Беренселәр» сменаһы үҙенә 130 әүҙем һәм күп балалы ғаиләләрҙә үҫкән уҡыусыларҙы йыйҙы. Балаларҙың ялы файҙалы һәм күңелле үтһен өсөн бар шарттар ҙа булдырылған: төрлө түңәрәктәр, уйындар, спорт һәм мәҙәни саралар, көнөнә ике тапҡыр туҡланыу ойошторолған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» полкы 3D-принтерҙа хәрби ҡорамалдар эшләй

Лаборатор шарттарҙа дошманды ҡыйратырға мөмкинме? «Башҡортостан» полкының Ғәзи Заһитов исемендәге штурмлау отряды еңеүҙе яу яланында ғына сүкемәй. Ватан һаҡсылары 3 D-принтерҙа дрондан снарядтар һәм гранаталар ырғытыу ҡулайламалары баҫтыра, шартлатҡыс материалдар етештерә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» полкы 3D-принтерҙа хәрби ҡорамалдар эшләй

Лаборатор шарттарҙа дошманды ҡыйратырға мөмкинме? «Башҡортостан» полкының Ғәзи Заһитов исемендәге штурмлау отряды еңеүҙе яу яланында ғына сүкемәй. Ватан һаҡсылары 3 D-принтерҙа дрондан снарядтар һәм гранаталар ырғытыу ҡулайламалары баҫтыра, шартлатҡыс материалдар етештерә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡортостандағы тәүге никах үҙәге ишектәрен асты

Өфөлә Башҡортостандағы тәүге никах үҙәге ишектәрен асты. Ул төҙөкләндерелеп былтыр сафҡа ингән Һыу башняһы майҙанында урынлашҡан. Никах үҙәге баш ҡаланың иң матур нөктәләренең береһен, Ағиҙел йылғаһының бейек, текә ярын биҙәй. Бында йәш ғаиләләргә иҫтәлеккә фотоға төшөргә була. Икенсенән, никах уҡыу тантанаһы стилләштерелгән тирмәлә үтә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө үҙенең тыуған көнөндә Бөтә донъя кәсепселәр ҡалаһы статусына лайыҡ булды

Өфө үҙенең тыуған көнөндә Бөтә донъя кәсепселәр ҡалаһы статусына лайыҡ булды. Был туралағы сертификатты гастрономия фестивалендә Халыҡ-ара кәсепселәр советы президенты Саад аль Каддуми тапшырҙы. Сарала Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаранда һабантуй гөрләне: хеҙмәт, спорт, мәҙәниәт байрамы

Республика райондарында һабантуйҙар дауам итә. Был аҙнала ул 20-гә яҡын муниципаль берәмектә үтте. Шаран районында уҙған хеҙмәт байрамы ла милли уйындарға, спорт ярыштарына, йыр-моңға бай булды.
2025/06/14 09:54:33
Back to Top
HTML Embed Code: