"Күбәләк эффекты" тигән термин бар. Йәғни, ҡайҙалыр күбәләк ҡанат ҡаҡһа, икенсе урында ошоноң эҙемтәһен күрәләр. Мәҡәлә авторы үткән йылдарҙағы хәл-ваҡиғаларға анализ яһап, ҡайҙа, ниндәй "күбәләк ҡанат ҡағыуын" асыҡларға һәм аңлатырға тырыша.
Уның Махсус хәрби операция, Баймаҡ ваҡиғалары, Ҡуштауҙы яҡлап сығыштар һәм республикалағы милли сәйәсәт, халыҡ менән мәғлүмәти идара итеү тураһындағы фекерҙәре уйландырырлыҡ.
https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2025-01-16/bash-ortostan-y-m-tselege-mho-sharttarynda-4086307

bashgazet.ru
Башҡортостан йәмәғәтселеге МХО шарттарында
ҠАТЫ ХӨКӨМДӘР КЕМГӘ КӘРӘК?
Ырымбур өлкә суды адвокаттың аппеляцион ялыуҙарын һәм прокурор тәҡдимен кире ҡағып, Баймаҡтағы сыуалыштарҙа ҡатнашыусының биш йылға иркенән мәхрүм ителеү тураһындағы ҡарарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы. Был ҡарар, ҡыҙғанысҡа күрә, экстремистик ойошмаларҙың йәмғиәт фекере менән идара итеүен судта тулыһынса күрһәтеп булмауҙың эҙемтәһе булды.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарының ҡарашы аныҡ һәм законлы билдәләнгән: зыян күргән Росгвардия хеҙмәткәрҙәре тәҡдим ителгән юлдарҙан баш тарта – мундир намыҫына тейгәндәр; ойоштороусыларҙың судҡа “Экстремистҡа азатлыҡ!” тигән талаптары һәм лозунгылары – хөкүм эше институтына туранан-тура ҡаршы төшөү ул.
Тольяттиҙа үткән судта хоҡуҡ һаҡлау органдарының “Башҡорт” экстремистик ойошмаһына бәйле кешеләргә ҡаршы енәйәт эштәре ҡаралыуға бәйле хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү тураһындағы үтенесе яҙылған хат уҡылды.
Был хат ошо ваҡиғаларҙағы барлыҡ ҡатнашыусыларға, хатта үҙенең экстремистик ойошма менән бәйләнешен аңлап етмәгәндәргә лә, ныҡлы иғтибар бүленеүе хаҡында һөйләй. Шуны билдәләп китеү мөһим: Баймаҡ ваҡиғаһы – ул ябай конфликт түгел, ә экстремистик эшмәкәрлекте ҡаплау өсөн экология темаһын ҡулланыу буйынса ентекле планлаштырылған операция. Алсынов, идеолог булараҡ, власть тарафынан киҫәтеүҙәргә ҡарамаҫтан, үҙенең сәйәси маҡсаттарына ирешеүҙә экологик повестканы махсус ҡулланды. Шул уҡ ваҡытта, акцияла ҡатнашыусыларҙың күбеһе алданған һәм законһыҙ эшмәкәрлеккә йәлеп ителгән саҡта ла, тирә-яҡ тәбиғәтте яҡлап сығыш яһауҙарына ихлас ышанды.
Был йәмәғәт аңы менән идара итеү, төп һәм етди иғтибар талап иткән момент. Ваҡиғаларҙа ҡатнашҡандарҙың күбеһен милләтселәр сит уйындарында пешка кеүек ҡулланды. Кешеләр пропаганда ҡорбаны булды һәм хәҙер экстремистик ойошманы ойоштороусынан да ҡатыраҡ яза ала.
Бик һирәк кенә миңә социаль селтәрҙәр аша ниндәйҙер власть “провокаторҙары” яуаплылығы тураһында яҙып маташалар. Иң мөһиме, кем яҙа – фейк аккаунттар.
Енәйәт эштәре материалдарына ярашлы, Урал аръяғы халҡында маҡсатлы рәүештә айҙар буйы бөтә Рәсәй власть системаһына ҡарата күралмаусанлыҡ тыуҙырғандар, баш бирмәҫкә һәм протест күтәрергә аныҡ һәм эҙмә-эҙлекле саҡырыуҙар ташлағандар. Хатлашыуҙар скриндарын уҡып күрһәтһәләр, шул провокаторҙар халыҡты ниндәй хаос донъяһына батырыуҙарын аңлап, ҡоттар оса. Минең һәм адвокаттарҙың яҡлау эшмәкәрлегебеҙ ғәйепләнеүселәрҙең ысынлап яңылышыуына ҡоролған. Һәм беҙгә етди ҡаршылыҡтар ҡылалар. Төркөмдәрҙә, чаттарҙа һәм Көнбайыш яҡлы киң мәғлүмәт сараларында минең дә, бер нисә адвокаттың да абруйына тап төшөрәләр. Судьялар, дәүләт ғәйепләүселәренә ҡарата ҡарғыш һәм янауҙар яуа. Бер Литва ҡасағы тотош бер люстрация дәфтәре булдырған. Туғандарын, ир-егеттәр тарафынан бер ниндәй ҙә законһыҙ эштәр булманы, тип ышандырыуҙы дауам итә.
Шундай һорау тыуа – нимәгә һәм кемгә шундай ҡаты хөкөмдәр кәрәк?
Алтынай Вәлитов – ул суд бинаһына йүнәлткән дуҫы, Баймаҡ районынан йәш йырсы бөгөн 8,5 йылға иркенән мәхрүм ителде, ә рэпер сәйәси эмиграция өсөн яҡшы кейс алып, хәҙер АҠШ-тың ҡояшлы пляждарында йөрөй!
Илдар Йомағолов – Баймаҡ етемдәрен алдаған эшҡыуар Ҡаҙағстанға ҡасты.
Рәүфә Рәхимова, бөтәһен дә 17 ғинуарҙа судҡа килергә саҡырған кеше – әхирәте экстремистка Рәмилә Сәйетованан һәм үҙ баҫмаһы хеҙмәткәре Руслан Ғәббәсовтан бик еңел баш тартты. Уның медиасығанаҡтарында һеҙ ғәйепләнеүселәрҙе яҡлаған сығыштарҙы күрәһегеҙме? Йәки ул ғаиләһе урлаған нефть аҡсаларынан адвокаттарға түләнеме?
Аспекты – Германияла боҫоп ятҡан көйө, халыҡ власҡа ҡаршы күтәрелде, тип раҫлауҙарын дауам итә!
Һәм бер йыл элек ошо темала хайп “тотҡан” әҙәмдәр, һеҙҙең реаль ярҙам ҡайҙа? Ошо ситуацияла һеҙ ниндәй файҙа килтерә алаһығыҙ?
Иң мөһиме – ул һәр ғәйепләү ҡарары артында кешеләр тороуын, кемдәрҙеңдер тормошо мәңгелеккә үҙгәреүен аңлау. Власты тәнҡитләү экстремистик акцияларға ҡатышып китеүгә әүерелмәҫкә тейеш, нәҡ шуның өсөн грамоталы юридик ярҙам һәм халыҡҡа аң-белем таратыу бик мөһим.
Зөлфиә Ғайсина, БР Башлығы эргәһендәге кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса совет рәйесе.

❗❗❗Бер йыл элек үткән Баймаҡ ваҡиғалары тураһында бөгөн һәр кем үҙ манараһынан сығып, фекер йөрөтә. Пруфы сығанағы ла ситтә тороп ҡалманы: бер йыл элек үҙҙәре үк халыҡты законһыҙ митингыларға саҡырыусылар бөгөн “һин дә мин” был ваҡиғаны “анализлай”.
❗27 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһының Юғары суды Пруфы баҫмаһын йәмәғәт өсөн мөһим нәмәләр тураһында күрәләтә дөрөҫ булмаған хәбәрҙәр таратып, йәмәғәт тәртибен һәм хәүефһеҙлеген күмәкләп боҙоу ҡурҡынысы тыуҙырыуға булышлыҡ итеүҙә ғәйепләгән район суды ҡарарын үҙ көсөндә ҡалдырҙы. ❗Ошондай уҡ статья буйынса баҫманың баш мөхәррире Марина Кәримованың эше лә БР Юғары судына йүнәлтелгән. Баҫма Рәмил Рәхмәтовтың Баймаҡ ваҡиғалары тураһындағы мәҡәләһе өсөн закон алдында яуап бирә. Ул республика етәкселеге Баймаҡтағына оҡшаған массовый тәртипһеҙлектәр ойошторорға әҙерләнеүе тураһында һөйләгән сығанаҡтар бар, тип яҙғайны. ❗Был мәҡәлә Мәскәүҙәге баш радиойышлыҡ үҙәгендә төрлө яҡлап тикшерелде хатта. Экспертиза һөҙөмтәһендә, Пруфы баҫмаһының мәғлүмәте өгөтләү йоғонтоһон формалаштырыуға йүнәлтелгән, тип табылды. Ябай итеп әйткәндә, улар халыҡҡа ялған хәбәр тарабып, идара итергә һәм ҡоторторға теләгән.
❗Әйткәндәй, быға тиклем шулай уҡ ялған хәбәр таратып, Рәсәй армияһы намыҫына тап төшөргәне өсөн баҫманың нәшер итеүсеһе Рәүфә Рәхимова ла ғәйепле тип табылғайны. Баймаҡ ваҡиғаларында ла уның ҡыҫылышы юҡ түгел: Баймаҡ суды бинаһы алдында үтәсәк санкцияланмаған акцияла ҡатнашырға саҡырып, шәхси битендә ялҡынлы өндәмә һалғайны. Һуңынан уның “Бәйләнештә” селтәрендәге был яҙмаһы Рәсәй Генпрокуратураһы ҡарары менән ябып ҡуйылды, артабан Рәүфә Гәрәй ҡыҙы уны үҙе алып ташланы һәм хатта шәхси битен дә юйҙы.
❗Төрлө яҡтан төрлө мәғлүмәт яуған, дөрөҫтән ялғанды айырыу ауыр мәлдә үҙебеҙҙең илдә йәшәп, үҙебеҙҙең халыҡты упҡынға этәрергә торған бындай сығанаҡтар, ниһайәт, үҙ һүҙҙәре өсөн яуапҡа тарттырыла башланы. Юғиһә, аңын-тоңон аңлап етмәгән күпселек араһында күрәләтә ялған хәбәр таратып, кешеләрҙең яҙмыштарын боҙоп, үҙҙәре һыуҙан ҡоро сыҡҡандар юҡ түгел.
✅Беҙгә иһә, һәр ваҡыттағыса уяу булырға, уҡыған-ишеткән-ҡарағандарҙы тәнҡит күҙлегенән сығып баһаларға өйрәнергә кәрәк.

Forwarded from Валитов TV
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Было много вопросов, когда выйдет документальный фильм. Теперь могу сообщить достоверно - завтра, 7 февраля в 20:00 часов на БСТ. Также будут повторы 8 февраля (суббота) в 18:45 и 9 февраля (воскресенье) в 16:45 часов. Приятного просмотра, друзья!
📌Башҡортостанда Рәсәй империяһы флагын яндырған һәм йорттар фасадында экстремистик яҙыуҙар ҡалдырған ике студентты ҡулға алғандар
ФСБ хеҙмәткәрҙәре экстремистик ойошма эшмәкәрлегенә ҡатнашлығы булған 17 йәшлек ике егетте - Өфө колледжы студенттарын ҡулға алған. Йәштәр "Азат милләттәр лигаһы" террорсылары заказы буйынса 60 мең һум аҡса өсөн Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылындағы өйҙәр фасадына һәм кәртәләргә экстремистик характерҙағы һүҙҙәр яҙған, Ҡағы - Иҫке Собханғол автоюлы буйындағы Бөрйән районы стелаһы фонында Рәсәй империяһы флагын яндырыуҙарын күрһәтеп, видео төшөргән. РФ Енәйәт кодексының 282.3 статьяһының 2-се өлөшө буйынса (экстремистик ойошма эшмәкәрлегендә ҡатнашыу) енәйәт эше асылған.
Студенттар төшөргән материалдарҙы террорсылар Руслан Ғәббәсов* һәм Азат милләттәр лигаһының экстремистик сығанаҡтары тарата. Именлек хеҙмәттәре материалдарынан күренеүенсә, йәштәр был эштәре өсөн хәҙер бик үкенә, әммә һуң инде - оҙайлы ваҡытҡа ябыуҙары бар.
Бындай флаг яндырыу һәм кәртәләрҙе буяу кеүек акциялар ярҙамында Ғәббәсов* көнбайыштағы кураторҙарына эш күрһәтергә тырыша. Ә бындағы йәш егеттәрҙең яҙмышы өсөн ул борсолмай. Үҙенең ағаһын да енәйәткә этәрҙе, уның заказы буйынса Сипайловола ике машинаны яндырған үҫмерҙәр яҙмышына ла битараф. Ул егеттәрҙе лә ҡулға алғандар һәм 5 йылға колонияға ебәргәндәр, ә ата-әсәләре зыян күргән автомобиль хужаларына ғүмер буйы бурысын түләргә тейеш. Ә тиҙҙән халыҡтан да бындай осраҡта аҡса йыйып булмаясаҡ: күсерелгән аҡсалар терроризмды финанслауға тиңләнәсәк.
*Ғәббәсов - Рәсәйҙә сит ил агенты тип танылған

📌Бөгөн Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа 91 йәш тулған булыр ине. Ул етәкселек иткән осорҙан алыҫлаша барған һайын, Рәхимовтың шәхесен һәм президент булараҡ ҡаҙаныштарын мифҡа әйләндереүҙәр ҙә әүҙемләшә бара.
Үткәндәрҙе шулай мифтарға сорнау – ҡотолғоһоҙ, был йәмғиәт һәм айырым кешеләрҙең үҙ мәнфәғәтенә, идеологик һәм мәҙәни талаптарға ярашлы тыуған ихтыяжы. "Үлгән һыйыр һөтлө була", тип тапҡыр билдә биргән бындай күренешкә башҡорт халҡы.
М. Рәхимовтың Башҡортостан менән етәкселек иткән осорон мифлаштырыу төбәктең берҙәйлеге формалашыуы, властың нығыныуы һәм ҡатмарлы 1990-2000 йылдарҙа Башҡортостанды Рәсәй Федерацияһының уңышлы, үҙаллы субъекты итеп күрһәтергә теләүгә бәйле. Рәсәйҙең күпселек төбәктәре 1990 йылдарҙа көрсөк кисергән саҡта Башҡортостан социаль тотороҡлоҡто һаҡлап ҡала һәм көслө үҙгәрештәрҙән ситтәрәк тороуына баҫым яһала. Быны Рәхимов шәхесе менән бәйләп, уны аҡыллы һәм көслө лидер итеп кәүҙәләндерәләр. ШУНЫҺЫ ҠЫҘЫҠ: М. Рәхимов бит үҙе был мифтарҙы тыуҙырыуҙа ныҡ ҡатнашманы.
“Ил ағаһы” һәм “Башҡортостандың алтын дәүере” тураһындағы яҙмалар яңыраҡ РФ Ҡораллы көстәрен дискредитациялауҙа ғәйепле тип табылған, Башҡортостандың элекке президентының туғаны Рәүфә Рәхимованың йәки уға мөнәсәбәтле киң мәғлүмәт сараларында баҫыла.
📌Әммә уларға был нимә өсөн кәрәк һуң? Был авторҙар Мортаза Рәхимов бөйөк шәхес булғас, халыҡ уның барлыҡ туғандары ла шундай уҡ эскерһеҙ, эшсән һәм Ватанын һөйгән кешеләр икән, тигән фекергә килер, тип көтә. Ә Рәүфә Рәхимова үҙен Мортаза Рәхимовтың эшен дауам итеүсе булараҡ күрһәтергә тырыша.
Мортаза Рәхимов шәхесен күтәреү – ул тарихи хәтер һәм үткәндәрҙе аңлатыу өсөн көрәштең бер өлөшө. Һис шикһеҙ, Рәүфә һәм Рәхимовтың улы Урал үҙҙәре тәҡдим иткән версияның йәмәғәт аңында өҫтөнлөк итеүе яҡлы. Сөнки был уларға төбәктең киләсәгенә йоғонто яһарға, Башҡортостан тарихында урындарын һаҡларға ярҙам итә.
Рәүфә Рәхимованың киң мәғлүмәт саралары 2000 йылдар башындағы Башҡортостан тураһындағы хәтирәләрҙе файҙаланып, бөгөнгө көн проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдарына ҡапма-ҡаршы ҡуйырға, Урал Рәхимовтың хәлдәре тураһындағы һорауҙарҙан алыҫлаштырырға, Башҡортостандың бөгөнгө етәксеһе Радий Хәбировты яманларға тырыша.
Әйткәндәй, Радий Хәбиров 2003 - 2008 йылдарҙа Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе була һәм уның, хакимиәт командаһының һәм Хөкүмәттең 2000 йылдарҙа Башҡортостандың үҫешенә йоғонтоһон инҡар итеү тарихи яҡтан, кәмендә, дөрөҫлөккә тап килмәй.

📌Был ялдарҙа, моғайын, иң күп фекер алышыуҙар ошо фильм тураһындалыр.
Ә һеҙ БСТ һәм ВәлитовTV төшөргән Баймаҡ ваҡиғалары тураһындағы фильмды ҡаранығыҙмы?
https://vk.com/video70810928_456239102

VK Видео
Video by Timur Valitov
Watch Video by Timur Valitov 1 hr. 18 min 52 s from 9 February 2025 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 113120. Likes: 472.
Forwarded from ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
Баймаҡ ваҡиғалары башҡорт халҡы өсөн һабаҡ
Валитов Тимурҙың Баймаҡ фажиғәләренә арналған фильмын, ниһайәт, ҡарағандан һуң тыуған төп фекер ошо.
Фильм быға тиклем беҙҙең каналда тап Баймаҡ ваҡиғалары буйынса яҙылған фекерҙәр менән тулыһынса ауаздаш һәм уларҙы тағы ла бер тапҡыр дәлилләне. Бер генә фактка туҡталғанда.
Фәнзил Әхмәтшин видео яҙҙырып ябай халыҡтың хис-тойғоларында уйнап ҡыланыуҙан тыш, эйе, халыҡты беҙ ойошторҙоҡ, бының өсөн минең үҙемә лә алдан Баймаҡҡа барып, егеттәрҙе туплап ҡайтырға кәрәк булды тип белдерҙе.
Берәү ҙә теленән тартмай, көсләмәй, интервью барышында Фаил Алсынов* менән һөйләшеүҙәре хаҡында үҙ ирке менән бәйән итә. "Һине ултыртасаҡтар, бер ысул - Ҡуштау ваҡытындағы һымаҡ урамға халыҡты алып сығырға кәрәк" тигән кәңәш биреүен белдерә. Йәғни шантажлау, власты ҡурҡытыу өсөн улар халыҡты файҙалана. Урынға барып ойоштороу эштәрен (үҙе лә әйтеүенсә, Баймаҡта 40-лап ир-егетте туплай) тамамлағандан һуң ул ябай халыҡты суд бинаһы янында йыйыу өсөн "илай-илай" ана шул видеоһын төшөрә лә инде. "Егеттәр, ҡыҙҙар, Фаилды* яҡлап сыҡмаһағыҙ нисек йоҡларһығыҙ? " имеш.
Бөгөн 80-гә яҡын ир-егет төрмәлә. Фәнзил Әхмәтшин хәҙер үҙе нисек йоҡлай икән? Беҙҙеңсә нормально йоҡлай. Беҙҙә тыйылған социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙының сәхифәһенән билдәле - Баймаҡ ҡорбандары халыҡтан аҡса йыйып, кредитҡа батып адвокаттар ялланғанда, Фәнзил Әхмәтшин Әбйәлил районында тотош Динопаркты ҡуртымға алып балаһына гөрләтеп туй үткәрә, районында мал үрсетә, ит-мал һатып аҡса эшләй. Һис тартынмай, ана, интервью бирергә лә йөрөгән.
Ә бына фильмды ҡарағанда күҙҙәргә йәш төйөлдө. "Яңылыш барып эләктек, үкенәбеҙ" тип рәшәткә артынан интервью биргән ир-егеттәрҙе йәлләп. Бигерәк тә тәү ҡарамаҡҡа
алтмышты күптән үткән оло ғына ағайҙың бер ҡатлы, үкенесле ҡарашы битараф ҡалдырманы. Уларҙы яҡлар өсөн Әхмәтшин да, блогерҙар ҙа халыҡты йыймай, үҙҙәре лә йөрөмәй. Сөнки һәр береһенә үҙҙәре, яҡындары, балалары ҡәҙерле.
Ә ни өсөн барған был ҡорбандар Баймаҡтың Суд бинаһы алдына? Был һорауға яуапты хөкөмгә тарттырылыусылар үҙҙәре белдерҙе. Баймаҡ, Урал аръяғы райондары халҡы араһында социаль селтәрҙәрҙә "ерҙәрегеҙҙе тартып алалар, яҡлап сығырға кәрәк" тигән саҡырыу таратылған. Кемдәр тарафынан икәне хәҙер инде аныҡ билдәле. Бер ҡатлы ябай халыҡ уларҙың алдағына ҡаба.
"Аҡсағыҙҙы һаҡлап ҡалырға кәрәк, банк картаһы номерын ебәрегеҙ" , йә "яҡынығыҙ ауыр хәлдә ҡалған тиҙ генә аҡса ебәрегеҙ" тип ябай халыҡты алдаған мошенниктарҙан былар күпкә ҡурҡынысыраҡ, яманыраҡ. Сөнки, халыҡ әйтмешләй, баш иҫән булһа, аҡса табыла. Ә былар күрәләтә үҙ халҡын ут эсенә алып барып тыҡты, уны уйынсыҡ итеп ҡулланды, яҙмыштар, ғаиләләр, бала бәхеттәрен емерҙе.
Я.Ө (яҙылғанға өҫтәп) Тимур Валитовтың ҡапыл сәйәси күҙәтеүсе, блогер, журналист булып китеүенә ҡараш икеле ине. Был хаҡта ла үҙ ҡарашыбыҙҙы белдергәйнек. Башҡортса һүҙ байлығы аҡһауы, фекерен еткереү ҡеүәһе етмәүе ышаныс уятмай килде. Ә русса сығарылыш шәп, ышаныслы килеп сыҡҡан✅
*Фаил Алсынов - террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән.

“Беҙ алдандыҡ”, - бөгөн айыҡ аҡыл менән фекер йөрөтөп, ошондай һығымтаға киләләр...
Тулыраҡ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2025-02-12/tk-nd-rg-aytyp-bul-a-y-ki-ni-s-n-aldandy-4120227
Тулыраҡ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2025-02-12/tk-nd-rg-aytyp-bul-a-y-ki-ni-s-n-aldandy-4120227
bashgazet.ru
Үткәндәргә ҡайтып булһа, йәки ни өсөн алдандыҡ?
“Беҙ алдандыҡ”, - бөгөн айыҡ аҡыл менән фекер йөрөтөп, ошондай һығымтаға киләләр...
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
😱Башҡортостанда МХО яугирының улы ҡулға алынған
❗Баҡтиһәң, 17 йәшлек егет Украина махсус көстәре ҡушҡанды үтәп йөрөгән: унан һорау алыу барышынан видеоны РИА Новости агентлығы интернетта урынлаштырған. Йәш кеше дошман өсөн мәғлүмәт йыйыуын таный.
Егеттең атаһы 2022 йылда Махсус хәрби операцияға мобилизация буйынса алынған, әлеге көндә госпиталдә ята.
❓Был йәш кешене нисек вербовкалағандар һуң?
⭕Яп-ябай: студент эш эҙләп иғлан урынлаштырған һәм уға интернет-чат аша бәйләнешкә сыҡҡандар. Тәүҙә граффити сыймаҡлау йәки төрлө объекттарҙы фотоға төшөрөү кеүек еңелерәк йомош ҡушҡандар һәм бының өсөн аҡса түләгәндәр.
🟡Ә яңы йыл каникулдарында Рязангә барып нефть эшкәртеү заводын ентекләп видеоға төшөрөргә тәҡдим иткәндәр һәм 65 мең һум тирәһе күсергәндәр.
🟡Ҡаҙанда иптәш ҡыҙы менән бергә ул балалар баҡсаһын, парковка урынын, хостел һәм сиркәүҙе фотоға төшөрөп, 50 мең һум тирәһе “эшләгән”.
🟡Хәйбулла районындағы баҡыр-цинк ятҡылыҡтарын фотоға төшөрөүҙән баш тартҡан һәм был эшкә башҡаларҙы ялларға тәҡдим иткән.
🟡Шунан унан локомотивҡа ут төртөргә һәләтле кешене
эҙләп табыуын үтенәләр. Егет Телеграм-каналда был турала иғлан ҡуя һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары уны ҡулға ала.
❗Терроризм һәм дәүләткә хыянатта ғәйепләнгән ҡулға алыныусы һәм уның әшнәләре 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
💯Бына шулай, юҡҡа ғына “Буш сыр – сысҡан тоҙағында ғына”, тимәйҙәр бит! Еңел аҡса артынан ҡыуып, яҙмышын боҙған егет бик тә йәл. Балаларығыҙ нимә менән шөғөлләнеүе тураһында ҡыҙыҡһынып тороғоҙ, тип кенә әйтә алабыҙҙыр...

Былтыр «Егеттәр, нисек йоҡлайһығыҙ? Ауыр төштәр кермәйме?» - тип илап мөрәжәғәт итеүсенең үҙенә был һорауҙы бөгөн берәйһе төбәнеме икән?
Донъялағы билдәле ваҡиғаларға бәйле "Итәк аҫтынан яу сығарып" маташҡандарҙың ҡотҡоһона бирелмәй, хәл-ваҡиғаларға айыҡ аҡыл менән ҡарарға ваҡыт.
Был турала "Йәшлек" гәзите мәҡәләһендәге фекерҙе лә уҡып ҡарайыҡ әле.
https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-02-21/e-nisek-yo-lay-y-4133381

ye102.ru
Үҙең нисек йоҡлайһың?
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алтынға нәжес йоҡмай ти.
Арыҫлан Тимеров (Baby Ti) кеүек шәп йәштәребеҙгә күпме генә бысраҡ ҡойорға тырышһалар ҙа, аҡылы булған кешеләр уның изге ниәттән йөрөгәнен аңлай.
Берҙәм булайыҡ!

📌“Пруфы” һәм уның нәшер итеүсеһе Рәүфә Рәхимова тураһында һуңғы арала “суд”һәм “штраф” һүҙҙәре менән бергә йыш телгә алалар. Был нилектән шулай килеп сыҡты һуң әле?
⚡Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың 4 октябрендә Өфөнөң Киров районы суды Рәүфә Рәхимованы МХО-ны дискредитациялаған өсөн административ хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйеплетип тапты. Ә ноябрь айында баш ҡаланың Совет районы суды “Свободные медиа”ға (“Пруфы”ҙы нәшерләүсе) 200 мең һумлыҡ штраф һалды, бынан алда күрәләтә ялған мәғлүмәттаратҡаны өсөн сығанаҡтың баш мөхәрриренә 60 мең һум түләргә ҡушылғайны. 2025 йылдың 25 февралендә иһә, Киров районы суды Р.Г. Рәхимоваға 30 мең һум түләргә ҡушты.Былар барыһы ла федераль үҙәктең “Пруфы” һәм уның хужабикәһенең деструктив эшмәкәрлеген туҡтатыуға йүнәлтелгән ҡарарҙар булды.
❗Әммә Рәүфә Рәхимова һаман да төбәк етәкселеген ғәйепләүен дауам итә: был Р. Хәмитов заманынан килгән йүнәлеш һәм мәсьәләнең айышына төшөнгән эксперттар уның “халыҡ мәнфәғәте” тигән һүҙҙәргә йәшеренеп, үҙ файҙаһын ҡайғыртыуын билдәләй. Атап әйткәндә, тәүге йылдарҙа был республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексын һатыуҙан килгән 2,5 млрд доллар аҡсаны (“Урал” фонды хисабындағы) һаҡлап ҡалыу теләгенәнсығып эшләнгән. Әле лә йәшерен мәнфәғәттәрҙе ҡайғыртыуҙарын дауам итәләр.
💯Аналитиктар иҫәпләүенсә, МХО башланыу менән төбәк властарына ҡаршы ҡаты ҡағыла башлаған Рәхимованың баҫмаларына Баймаҡ ваҡиғаларынан һуң федераль көстәрҙең иғтибары артҡан: был һуңғы сик булған. Сөнки ил Президенты Владимир Путин яңыраҡ ҡына ла федеаль именлек һағы вәкилдәре менән осрашып, илде эстән тарҡатыусыларға, милләт-ара һәм дини-ара конфликттарға этәреүселәргә ҡаршы ҡаты көрәшергә кәрәк булыуын белдерҙе.
💯Бына шулай, Хәбиров командаһын әрләгән Р. Рәхимова күптән инде федераль көс структураларының “күҙенә” эләккән һәм ғәйепте тик үҙенән генә эҙләй ала.
Сөнки бөгөн ҡайһы төбәктә генә булмаһын, янъял ҡуптарырға маташыусылар ҡаты хөкөмгә тарттырыласаҡ. Әйткәндәй, күрше Татарстанда ла экстремистик ҡарашлы ойошмаларға һәм властың дәрәжәһен төшөргән ҡотҡосоларға ҡаршы шундай уҡ сәйәсәт алып барыла.
⚡Ә бөгөн Рәүфә Рәхимованың баҫмаһы уйҙырмалар таратыуын дауам итә.
➡Шуларҙың беренсеһе: Баймаҡтағы ваҡиғалар Мортаза Рәхимов заманында булмаҫ ине.
✅Дөрөҫө: М. Ғ. Рәхимов етәкселек иткән йылдарҙа (1990-2010) Башҡортостанда әллә нисә тапҡыр күп кешеләр ҡатнашлығындағы тәртипһеҙлектәр булды, 2024 йылда Благовещендағын хәтергә төшөрөү ҙә етә.
➡Икенсеһе: республика Башлығы Радий Хәбиров “Башҡорт”ойошмаһының* төп эҙәрлекләүсеһе.
✅Дөрөҫө: был ойошмаға һәм уның лидерҙарына ҡаршы енәйәтэштәре Р. Хәбировтың белдереүенә тиклем үк күптән асылған булған.
➡Өсөнсөһө: төбәк властары “Пруфы”ға ҡаршы суд эшен әүҙемләштерҙе.
✅Дөрөҫө: был мәғлүмәти хәүефһеҙлекте нығытыу маҡсатында
федераль кимәлдә алып барылған эшмәкәрлек һөҙөмтәһе.
Былар тураһында тулыраҡ мәҡәләне асып уҡығыҙ:
https://resbash.ru/articles/obshchestvo/2025-03-04/nepatriotichnaya-politika-4143919
*22.05.2020 йылда БР Юғары суды ҡарары менән экстремистик
ойошма тип табыла һәм Рәсәй территорияһында эшмәкәрлеге тыйыла

resbash.ru
Непатриотичная политика
ҠУЛ ҺУҘМАҒЫҘ ҺОМАЙҒА!
Бөгөн "AY YOLA" төркөмөнөң “Һомай” йырын бар донъя йырлай. Тик бөтә ғәләмгә башҡорт моңон, башҡорт телен яңғыратҡан, халҡыбыҙҙы данлаған милләттәштәребеҙ өсөн шатланыр, ғорурланыр урынға, беҙҙекеләр, бер-береһен уҙҙырып, йәш ҡыҙға бысраҡ яғалар. Уны нисек кенә тәнҡитләмәйҙәр. Иң ғәжәп иткәне, был “тел һағында тороусылар”, башҡорт өнө яңғырашы буйынса бәхәсте рус телендә алып баралар. Хатта видеолар төшөрәләр йырсыны фашлап. “ Я уже больше не могу молчать!” - тип ҡысҡыра күҙҙәрен аҡайтып диванда ултырған бер ҡатын. Аҡъегет, унан да уҙҙырып, “Һомай” йырына төрттөрөп, һарайҙа кәзәләргә йыр йырлай! Шуны ғына көтөп торған псевдобашҡорттарға был етә ҡалды, улар хәҙер икеләтә әүҙемләште.
Мәскәүҙә үҫкән, рус мөхитендә йәшәгән талантлы ҡыҙ, атаһының милләтен ҙурлап, уның телен өйрәнгән, башҡорттоң төп паспорты булған “Урал Батыр” эпосын бар йыһанға ишеттергәне өсөн ғәйеплеме?! Бәлки, ниндәйҙер өн асыҡ та яңғырамайҙыр, тик ниңә уның өсөн оло ғауға ҡуптарырға, йәш таланттың ҡанатын һындырырға?! Кемгә кәрәк был?! Ниңә улай туған тел өсөн янып-көйгәс, үҙегеҙ фекерегеҙҙе матур итеп, дөрөҫ итеп башҡортса яҙмайһығыҙ интернет киңлектәрендә? Күптәрегеҙҙеңбашҡортса шрифт ҡуйып алырға ла ҡулынан килмәй бит! Ҡайһы саҡ нәмә яҙғанығыҙҙы үҙегеҙ аңламай ултыраһығыҙ! Ҡайҙа һеҙҙең яҙмаларҙа үҙенсәлекле өндәребеҙҙең дөрөҫ яҙылышы? Бына һеҙ башҡорт телен мәсхәрәләйһегеҙ! Блогерҙарҙы алығыҙ! Уларҙың һис юғы берәүһе бөгөн матур итеп башҡортса аралашамы, һөйләй беләме?! Өс һүҙенең икәүһе мотлаҡ рус һүҙе бит. Бына кемдәр мыҫҡыллай башҡорт телен! Йырсыны тәнҡитләгән “тел белгестәренең” үҙ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре саф башҡортса һөйләшәме икән?! Юҡ, әлбиттә! Ә был “тел һағында тороусыларҙы” һис борсомай, уларҙың үҙ балаларында эше юҡ! Ана бит ниндәй “енәйәтсене” таптылар. Башҡортса йырламай имеш! Һеҙҙең был ҡылығығыҙға сит милләттәр хайран ҡала. Улар аңламай был хаяһыҙлыҡты. Башҡа халыҡ булһа, үҙ йондоҙҙарын күккә сөйөр ине. Тик беҙ түгел. Оят!
Гөлнур Йәнбирҙина-Дәүләтйәрова