Telegram Group & Telegram Channel
Башҡорт халҡының яугирлығы, батырлығы тураһында даны бер бөгөн генә сыҡмаған. Рус дәүләтенә ҡушылғанға тиклем дә дәһшәтле монгол ғәскәренә тиҫтәнән ашыу йылдар ҡаршы торорлоҡ һәм үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡлап ҡалырлыҡ көсө булған.

Аҡ батша менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, башҡорттар үҙенең аҫабалығын, урындағы үҙидара хоҡуҡтарын һәм динен һаҡлап ҡалған өсөн хәрби хеҙмәт үтәргә тейеш була. Ил эсендә ниндәй генә ваҡиғалар булмаһын, ошо антына ата-бабаларыбыҙ тоғро ҡалып килә.

Башҡорт полктары Ливон һуғышында, 1612 йылда Мәскәүҙе поляк интервенттарынан азат итеүҙә, Петр Беренсенең Азов походында, Швецияға ҡаршы Төнъяҡ һуғышында (1700-1721), Германиялағы Ете йыллыҡ һуғышта (1756-1763), 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813-1814 йылғы сит илдәргә походтарҙа, рус-төрөк һуғышы һәм Хива походында, Ҡырым һуғышында һ.б. ҡатнаша. 1882 йылдан дөйөм хәрби йөкләмәләр нигеҙендә хеҙмәткә алына башлағас та башҡорт ир-егеттәре Ватан алдында бурыстарын һис һүҙһеҙ үтәй. Беренсе донъя һуғышында ла, 1941-1945 Бөйөк Ватан һуғышында ла биргән антына тоғро ҡала башҡорт халҡы.

Башҡорт халҡының Петр Беренсенең Азов походында черкесс батырын еңгән Алдар Иҫәкәев, Юлай Аҙналиндың Рәсәй ғәскәре составында Польшала конфедераттарға ҡаршы һуғышта йөҙ башы булараҡ ҡатнашыуы, Ҡаһым түрә, күкрәге менән амбразураны ҡаплаған Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, кавалерист, Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Кусимов кеүек батыр улдары тураһында хәтирәләре әле лә тере.

Ил ни күрһә, шуны күреп йәшәгән башҡорт халҡы. Ул үҙенең батырҙары исемен мәңгелеккә йөрәгендәге хәтер ташына уйып яҙып ҡалдырған. Улар араһында батыр улы Салауат Юлаев та бар һәм һәр быуынға ғәҙеллек, яугирлыҡ төшөнсәләрен хәтерләтеп тора. Уның исеме бер ҡасан да онотолмаған һәм быға юл ҡуйылмаясаҡ та, сөнки бөгөн дә Салауат батыр образы башҡорт яугирҙарын ҡаһарманлыҡтарға өндәй. Росгвардияның 2022 һәм 2023 йылдарҙа төҙөлгән махсус вазифа йөкмәтелгән ике батальоны Салауат Юлаев исемен йөрөтә, улар бөгөн Курск өлкәһе һәм Донбасста диверсант-неонацистар ҡалдыҡтарын юҡ итеү бурыстарын үтәй.

Бөгөн тарих үҙе ҡаһармандарҙы хәтергә төшөрөргә, онотола барған исемдәрҙе кире ҡайтарырға өндәгән саҡта Салауат Юлаев тураһында кем онота алһын? Уның тураһында башҡорт халҡы ғына түгел, ә тотош күп милләтле республикабыҙ, Рәсәй һәм сит илдәр ҙә хатта белә һәм иҫтәлеген һаҡлай.

group-telegram.com/bashkhanzaman/22
Create:
Last Update:

BY Ханзаман 🖋

Warning: Undefined variable $i in /var/www/group-telegram/post.php on line 260

Share with your friend now:
group-telegram.com/bashkhanzaman/22

View MORE
Open in Telegram

Telegram | DID YOU KNOW?

Date: |

But because group chats and the channel features are not end-to-end encrypted, Galperin said user privacy is potentially under threat. In addition, Telegram now supports the use of third-party streaming tools like OBS Studio and XSplit to broadcast live video, allowing users to add overlays and multi-screen layouts for a more professional look. Emerson Brooking, a disinformation expert at the Atlantic Council's Digital Forensic Research Lab, said: "Back in the Wild West period of content moderation, like 2014 or 2015, maybe they could have gotten away with it, but it stands in marked contrast with how other companies run themselves today." In the United States, Telegram's lower public profile has helped it mostly avoid high level scrutiny from Congress, but it has not gone unnoticed. The Russian invasion of Ukraine has been a driving force in markets for the past few weeks.
from us

Telegram Ханзаман 🖋
FROM American