group-telegram.com/bashkort_tele/118
Last Update:
Ғаилә
1. Башҡорт халҡын һаҡлап ҡалыу һәм ассимиляциянан ҡотолоу өсөн башҡорт ғаиләләрен булдырыу мотлаҡ. Башҡорт ирҙәре башҡорт ҡыҙҙарына өйләнергә, ә башҡорт ҡыҙҙары башҡорт егеттәренә кейәүгә сығырға тырышырға тейеш. Ғаиләлә 3–4 һәм унан да күберәк бала булыуы хуплана. Ғаиләләрҙе иртә — 18 йәштән үк ҡороу хәйерле, сөнки 35 йәшкә тиклем ғаиләлә 5 һәм унан да күберәк бала тыуырға мөмкин. Беҙҙең һаныбыҙ — беҙҙең ҡотҡарыусы көсөбөҙ икәнен аңларға тейешбеҙ. Ни өсөн тап 4 һәм унан күберәк бала? Сөнки ике бала тыуҙырып, һеҙ ата менән әсәнең һанын ғына тултыраһығыҙ. Өсөнсө бала — бәләкәй генә үҫеш, ә төрлө фажиғәләр, һуғыштар, авариялар, сирҙәр арҡаһында кеше үлеме күп булғанға күрә, тыуғандар менән үлгәндәр һаны бер тирәлә ҡала. Дүртенсе бала тыуғас ҡына башҡорттар араһында тотороҡло үҫеш башлана. Әгәр башҡорт ғаиләһе ике бала менән генә сикләнһә — үҫеш булмаясаҡ, ә бер бала ғына булһа — был инде башҡорт халҡы өсөн юғалтыу.
BY Башҡорт теле
Warning: Undefined variable $i in /var/www/group-telegram/post.php on line 260
Share with your friend now:
group-telegram.com/bashkort_tele/118