Telegram Group & Telegram Channel
📌Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү эштәре башланып та өлгөрмәгән, әммә ошоға бәйле үҙ шәхесенә иғтибар йәлеп итеп ҡалырға маташыусылар социаль селтәрҙәрҙә күптән әүҙемләште. Улар араһында Сәғит Исмәғилов та бар, ул 1 ноябрҙә видеояҙма төшөрөп һалған һәм имеш-мимештәргә, «поисковик"тарға һылтанып, шәхси фекерен еткерә.

📍Әммә уның һәр һүҙен рәсми сығанаҡтарҙан ныҡлы дәлилдәр менән кире ҡағыуы ауыр тугел. Ҡайһы бер фекерҙәргә айырым туҡталып китәйек:

🔴 Исмәғилов Салауат Юлаев һәйкәлен тиҙ арала ремонтлауҙы раҫлаған документтар юҡ, ти.

Ләкин 2018 йылда уҡ Башкультнаследие С. Юлаев һәйкәленең техник торошона тикшереү үткәреп, объекттың торошо ҡәнәғәтләндерерлек булмауы тураһында акт төҙөй. Ә 2018 йылда комплекслы тикшереү һөҙөмтәһендә объект аварияға яҡын хәлдә, тип табыла һәм һығымта яһала.
Өфө ҡала хакимиәте миллли мираҫ объектын һаҡлау тураһындағы законды боҙғаны өсөн 2020 йылда административ яуапҡа тарттырылыуы һәм унан 200 мең һум штраф туләтелеүе тураһында ла Исмәғилов онотҡан, әллә юрамал һүҙ ҡуҙғатмай.

Башкультнаследие Өфө хакимиәтенә 2021 йылда ғына ла күп тапҡырҙар мәҙәни мираҫ объектын һаҡлауҙы тәьмин итеү, тергеҙеү мәсьәләһе буйынса күп тапҡырҙар мөрәжәғәт иткән, быларҙың барыһына ла рәсми ҡағыҙ дәлилдәре бар.

🔴С. Исмәғилов Өфө ҡалаһының элекке хакимиәт башлығы Ирек Ялаловтың объект ремонтланған һәм тағы 100 йыл торасаҡ, тигән һүҙҙәренә һылтана.

Әммә был һүҙҙәр ҡасан әйтелгән әле - быныһы бер, икенсенән, Салауат һәйкәленә косметик ремонт ҡына яһалған һәм алыҫ 2005 йылда бөгөнгө йәшкелт төҫөнә буялған.

🔴С. Исмәғилов тағы ла Күҙәтеү советының ролен һәм эштәрен тәнҡитләй, уның ағзаларының компетентлығын, нисек һәм кем тарафынан һайланып алыныуҙарына шик белдерә.

Әммә, аңлы кешеләрҙең барыһына ла күптән Күҙәтеү советы тураһында мәғлүмәт, уның положениеһы билдәле. Сөнки Башкультнаследиеның рәсми сайтында, социаль селтәрҙәге төркөмөндә асыҡ мәғлүмәт урынлаштырылған, теләгән һәр кем инеп ҡарай ала.
Әйткәндәй, билдәле скульптор Салауат Щербаков та был советҡа ингән һәм 2024 йылдың 31 октябрендә үткәрелгән кәңәшмәлә ҡатнашты (ВКС буйынса).

Тәү ҡарамаҡҡа, был урында бер ниндәй ҙә шикләнеүҙәргә урын булмаҫҡа тейеш. Әммә «ботон ҡыҫтырмайса» тора алмаған кешеләр була инде, кеме юҡ, тигәндәй был донъяның. Шулай ҙа үҙең белгес булмаған өлкәлә күптән эшләгән кешеләрҙе кәмһетеп, эшмәкәрлектәрен юҡҡа сығарырға маташыу бер кемде лә биҙәмәй. Бында С. Исмәғиловтың «ТСНРУ» АЙ менән «С. П. Бург и партнеры» ЯСЙ ойошмаларын үҙенсә «бөтөрөп ташлауы»тураһында әйтмәксебеҙ.
Һуңғыһында эшмәкәрлектәренә рәсми рөхсәт алған һәм һөнәре буйынса 20-40 йылға яҡын эшләгән белгестәр барлығын телгә алырға кәрәктер.

Ә инде Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы лицензия биргән ойошманы ғына реконструкция эштәренә йәлеп итеүгә килгәндә, Салауат Юлаев һәйкәле кеүек әһәмиәтле мәҙәни мираҫ объекттары былай ҙа лицензиялы ойошмаларға ғына тапшырыла.
Бынан тыш, барлыҡ эштәр Башкультнаследие, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм Ростехнадзорҙың даими күҙәтеүе аҫтында алып барыласаҡ.

📌Сәғит Исмәғиловтың видеоһына тулы күҙәтеү менән ошонда таныша алаһығыҙ.

group-telegram.com/bashkhanzaman/23
Create:
Last Update:

BY Ханзаман 🖋

Warning: Undefined variable $i in /var/www/group-telegram/post.php on line 260

Share with your friend now:
group-telegram.com/bashkhanzaman/23

View MORE
Open in Telegram

Telegram | DID YOU KNOW?

Date: |

The fake Zelenskiy account reached 20,000 followers on Telegram before it was shut down, a remedial action that experts say is all too rare. In 2014, Pavel Durov fled the country after allies of the Kremlin took control of the social networking site most know just as VK. Russia's intelligence agency had asked Durov to turn over the data of anti-Kremlin protesters. Durov refused to do so. I want a secure messaging app, should I use Telegram? In a message on his Telegram channel recently recounting the episode, Durov wrote: "I lost my company and my home, but would do it again – without hesitation." The last couple days have exemplified that uncertainty. On Thursday, news emerged that talks in Turkey between the Russia and Ukraine yielded no positive result. But on Friday, Reuters reported that Russian President Vladimir Putin said there had been some “positive shifts” in talks between the two sides.
from fr

Telegram Ханзаман 🖋
FROM American