Telegram Group & Telegram Channel
ҠУЛ ҺУҘМАҒЫҘ ҺОМАЙҒА!
Бөгөн "AY YOLA" төркөмөнөң “Һомай” йырын бар донъя йырлай. Тик бөтә ғәләмгә башҡорт моңон, башҡорт телен яңғыратҡан, халҡыбыҙҙы данлаған милләттәштәребеҙ өсөн шатланыр, ғорурланыр урынға, беҙҙекеләр, бер-береһен уҙҙырып, йәш ҡыҙға бысраҡ яғалар. Уны нисек кенә тәнҡитләмәйҙәр. Иң ғәжәп иткәне, был “тел һағында тороусылар”, башҡорт өнө яңғырашы буйынса бәхәсте рус телендә алып баралар. Хатта видеолар төшөрәләр йырсыны фашлап. “ Я уже больше не могу молчать!” - тип ҡысҡыра күҙҙәрен аҡайтып диванда ултырған бер ҡатын. Аҡъегет, унан да уҙҙырып, “Һомай” йырына төрттөрөп, һарайҙа кәзәләргә йыр йырлай! Шуны ғына көтөп торған псевдобашҡорттарға был етә ҡалды, улар хәҙер икеләтә әүҙемләште.

Мәскәүҙә үҫкән, рус мөхитендә йәшәгән талантлы ҡыҙ, атаһының милләтен ҙурлап, уның телен өйрәнгән, башҡорттоң төп паспорты булған “Урал Батыр” эпосын бар йыһанға ишеттергәне өсөн ғәйеплеме?! Бәлки, ниндәйҙер өн асыҡ та яңғырамайҙыр, тик ниңә уның өсөн оло ғауға ҡуптарырға, йәш таланттың ҡанатын һындырырға?! Кемгә кәрәк был?! Ниңә улай туған тел өсөн янып-көйгәс, үҙегеҙ фекерегеҙҙе матур итеп, дөрөҫ итеп башҡортса яҙмайһығыҙ интернет киңлектәрендә? Күптәрегеҙҙеңбашҡортса шрифт ҡуйып алырға ла ҡулынан килмәй бит! Ҡайһы саҡ нәмә яҙғанығыҙҙы үҙегеҙ аңламай ултыраһығыҙ! Ҡайҙа һеҙҙең яҙмаларҙа үҙенсәлекле өндәребеҙҙең дөрөҫ яҙылышы? Бына һеҙ башҡорт телен мәсхәрәләйһегеҙ! Блогерҙарҙы алығыҙ! Уларҙың һис юғы берәүһе бөгөн матур итеп башҡортса аралашамы, һөйләй беләме?! Өс һүҙенең икәүһе мотлаҡ рус һүҙе бит. Бына кемдәр мыҫҡыллай башҡорт телен! Йырсыны тәнҡитләгән “тел белгестәренең” үҙ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре саф башҡортса һөйләшәме икән?! Юҡ, әлбиттә! Ә был “тел һағында тороусыларҙы” һис борсомай, уларҙың үҙ балаларында эше юҡ! Ана бит ниндәй “енәйәтсене” таптылар. Башҡортса йырламай имеш! Һеҙҙең был ҡылығығыҙға сит милләттәр хайран ҡала. Улар аңламай был хаяһыҙлыҡты. Башҡа халыҡ булһа, үҙ йондоҙҙарын күккә сөйөр ине. Тик беҙ түгел. Оят!

Гөлнур Йәнбирҙина-Дәүләтйәрова

group-telegram.com/bashkhanzaman/51
Create:
Last Update:

BY Ханзаман 🖋

Warning: Undefined variable $i in /var/www/group-telegram/post.php on line 260

Share with your friend now:
group-telegram.com/bashkhanzaman/51

View MORE
Open in Telegram

Telegram | DID YOU KNOW?

Date: |

These administrators had built substantial positions in these scrips prior to the circulation of recommendations and offloaded their positions subsequent to rise in price of these scrips, making significant profits at the expense of unsuspecting investors, Sebi noted. I want a secure messaging app, should I use Telegram? In 2014, Pavel Durov fled the country after allies of the Kremlin took control of the social networking site most know just as VK. Russia's intelligence agency had asked Durov to turn over the data of anti-Kremlin protesters. Durov refused to do so. Founder Pavel Durov says tech is meant to set you free One thing that Telegram now offers to all users is the ability to “disappear” messages or set remote deletion deadlines. That enables users to have much more control over how long people can access what you’re sending them. Given that Russian law enforcement officials are reportedly (via Insider) stopping people in the street and demanding to read their text messages, this could be vital to protect individuals from reprisals.
from hk

Telegram Ханзаман 🖋
FROM American