Telegram Group & Telegram Channel
Лайыҡлы

Бөтә донъя бик ҡатмарлы осорҙо үтә. Көнбайыш илдәре беҙҙең менән перманент һуғыш  алып бара, уның асыҡ бәрелеше Украина һәм Рәсәй ерендә бара.

2022-2023 йылдарҙа ил һәм республика ҙур баҫым кисерҙе, экономика, ижтимағи, сәйәси көрсөктәр осорон үтте. Күп кенә ғаиләләр ауыр юғалтыуҙар кисерҙе.

Һуғыш бара. Донъяның киләсәге һәм был киләсәк донъяла беҙҙең урыныбыҙ өсөн һуғыш. Илебеҙ һәм республикабыҙ халҡы ҙур өлөшөндә был көрәште ҡабул итте һәм берләште. Хәҙер күптәр дәүләт башлығының 2022 йылдың февралендә ҡабул иткән ауыр ҡарарҙарының дөрөҫлөгөн аңлай һәм ҡабул итә.

Ул ваҡытта үҙ иленән һәм ата-бабалары тарихынан баш тартҡандар булды. Тиҙ аҡсалар өсөн һатылып бөткәндәр ҙә байтаҡ ине.

Тик махсус операция башланғандан һуң ошо ауыр көндәрҙә Ватанына һәм президентына ярҙам күрһәтеү тураһында асыҡтан-асыҡ әйтергә ҡурҡмағандар ҙа булды. Уларҙың береһе Радик Юлъяҡшин ине. 2022 йылдың мартында Салауат Юлаев майҙанында булған МХО-яҡлы митингта сығыш яһаны.

Күптәр баҙнат итмәгән ваҡытта, фронттағы хәлдәр башҡасараҡ булған мәлдә Радик беренселәр рәтендә хәрбиҙәргә гуманитар миссия менән бара һәм концерт бирә. 

Ә яңыраҡ ҡына ул Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов менән хәрбиҙәргә бағышланған йырын сығарҙылар. Был йыр илем, Ватаным тип әлеге көндә дошман менән көрәш алып барған ҡаһармандарыбыҙ тураһында.

Радиктың ҙур популярлығы уның менән генә бәйле түгеллеге бәхәсһеҙ. Уның йырҙарын республиканың бөтә халыҡтары, төрлө быуын вәкилдәре тыңлай. Илдең башҡа төбәктәрендә лә яраталар. Ул һәр кемгә аңлайышлы һәм яҡын булған бер нисә телдә йырҙар башҡара. Уның залдары һәр саҡ тулы. Радик тураһында тағы ла күп нәмә яҙырға мөмкин.

Ләкин ябай ғына әйткәндә... Лайыҡлы

group-telegram.com/bashkhanzaman/8
Create:
Last Update:

BY Ханзаман 🖋

Share with your friend now:
group-telegram.com/bashkhanzaman/8

View MORE
Open in Telegram

Telegram | DID YOU KNOW?

Date: |

Telegram boasts 500 million users, who share information individually and in groups in relative security. But Telegram's use as a one-way broadcast channel — which followers can join but not reply to — means content from inauthentic accounts can easily reach large, captive and eager audiences. Soloviev also promoted the channel in a post he shared on his own Telegram, which has 580,000 followers. The post recommended his viewers subscribe to "War on Fakes" in a time of fake news. WhatsApp, a rival messaging platform, introduced some measures to counter disinformation when Covid-19 was first sweeping the world. Continuing its crackdown against entities allegedly involved in a front-running scam using messaging app Telegram, Sebi on Thursday carried out search and seizure operations at the premises of eight entities in multiple locations across the country. In February 2014, the Ukrainian people ousted pro-Russian president Viktor Yanukovych, prompting Russia to invade and annex the Crimean peninsula. By the start of April, Pavel Durov had given his notice, with TechCrunch saying at the time that the CEO had resisted pressure to suppress pages criticizing the Russian government.
from hk

Telegram Ханзаман 🖋
FROM American