group-telegram.com/bashkhanzaman/25
Last Update:
Рәүфә, Рәзиф, Рәмил бергә йыйылғанда
“Пруфы” баҫмаһының хужабикәһе Рәүфә Рәхимова, баҫманың журналисы Рәмил Рәхмәтов, көнбайышҡа табынған “Аспекты” баҫмаһының экс-мөхәррире Рәзиф Абдуллин бер көн йыйылып әңгәмә ҡорҙо. Тыңланыҡ та ҡайһы бер күҙәтеүҙәребеҙ менән бүлешергә булдыҡ.
Осрашыу дуҫтарса атмосферала булыуына ҡарамаҫтан, Рәүфә апайыбыҙ шунда уҡ үҙенең хужабикә булыуын белгертеп ҡуйҙы. Шулай инде – Рәмил уның ҡулы аҫтында эшләй, Рәзиф Абдуллин – эллеке хеҙмәткәре. Рәүфә Гәрәй ҡыҙы йыш ҡына либерал ҡарашлы Рәзиф Рәүеф улын бүлдереп үҙ хәбәрен һөйләне. Мәҫәлән, “Аспекты”ның ябылыуы һәм “Пруфы”ның әлеге хәле бер үк түгел, ти. Имеш, уның баҫмаһында ысын патриоттар эшләй, ә бына “Аспекты”ның хужаһы Германияла ҡасып ята. Беҙгә ҡалһа, ике баҫманың да көйө бер үк – теләһә ниндәй уйҙырма менән халыҡ аңын бутау.
Рәүфә Рәхимова “беҙ Хәбировҡа хәүефле түгел, беҙҙең менән бергә эшләргә була” тигән фекерен яңғыратты. Әлбиттә, һеҙ Хәбировҡа хәүефле түгел. Һеҙ башҡорт халҡы өсөн хәүефле. Һеҙҙең хәбәрегеҙгә ышанып, күпме кеше Баймаҡтағы хәлдәрҙә ҡатнашты, ә хәҙер тиҫтәләп ир-ат хөкөм көтә.
Рәүфә Рәхимова туғандарының, шул иҫәптән, Урал Рәхимовтың да Башҡортостанды етәкләгән осорҙо һағынып, республикаға көслө етәксе һәм лоббист кәрәк тип белдерҙе. Әммә ваҡытында уның туғандары башҡорт нефтянкаһын һатып олигарх булып китеүҙәре тураһында бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Башнефть, Башкирэнерго, БашРТСты Евтушенко структураларына һатып та “хужалыҡсыл” булып ҡалған элекке етәкселек тураһында барыһы ла белә, хәтерегеҙгә төшөрәйекме?
BY Ханзаман 🖋
Share with your friend now:
group-telegram.com/bashkhanzaman/25