Telegram Group Search
Башҡортостанда "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы башланды

Унда ҡатнашыусылар быйыл Күмертауҙа йыйылды. Конкурс 27-се тапҡыр уҙғарыла. Ул 2023 йылдан төбәк-ара статусҡа эйә. Еңеүселәр иртәгә иғлан ителә. Башҡортостанда "Урал батыр" эпосы көнө булдырылды. Ул йыл һайын 8 июндә билдәләнә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө мәшғүллек үҙәгендә йәштәргә хәүефһеҙ эш эҙләү серҙәре өйрәтелә

Нисек намыҫһыҙ эш биреүселәр тоҙағына эләкмәҫкә. Ниндәй һөнәр һайларға һәм һалымдар ни өсөн кәрәк. Йәштәр был һорауҙарға яуапты баш ҡаланың мәшғүллек үҙәгендә таба ала. Һөнәр йүнәлешен билдәләү осрашыуҙарында үҫмерҙәргә вакансиялар тәҡдим итеп кенә ҡалмайҙар. Эш эҙләүселәргә төрлө һорауҙар буйынса консультациялар ойошторола, табыусыларға иһә документтар тултырыу менән дә ярҙам итәләр. Һөҙөмтәлә хеҙмәт урыны табыу мөмкин тиклем тиҙ һәм хәүефһеҙ үтә.
Шүлгәнташта туристар һаны сикләнә

Һәйкәлдәр һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау буйынса халыҡ-ара совет эксперттары бында килеүселәр һанын тәүлегенә 1 мең 400-ҙән арттырмау кәрәклеге тураһында белдерҙе. Әле ял көндәрендә уртаса 1 мең 800 кеше килә. Шуға туристар һанын сикләү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Шүлгәнташҡа айырыуса йәйге айҙарҙа килеүселәр күп була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Тимерйән Рәжәпов 58-се йәшендә арабыҙҙан китте

Яугир-интернационалист, махсус хәрби операция ветераны, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов 58-се йәшендә арабыҙҙан китте.
Тимерйән Рәжәп улы Рәжәпов 1968 йылдың 1 ғинуарында Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған. 1987 йылдың майынан 1989 йылдың ғинуарына тиклем Афғанстан республикаһында хәрби бурысын үтәгән. Тимерйән Рәжәпов 2015 йылдан бирле Луганск халыҡ республикаһына гуманитар ярҙам йыйыу һәм илтеүҙә әүҙем ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта үҫмерҙәр өсөн 5 көнлөк хәрби йыйын үтте

Барыһы ла устав буйынса һәм хәрбиҙәрсә. Баймаҡ ҡалаһының Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында, уның филиалдары-Бөрйән, Әбйәлил райондарында, Урғаҙа ауылында белем алыусы уҡыусылар өсөн 5 көнлөк хәрби йыйын ойошторолдо. Сарала 200-гә яҡын үҫмер ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мөхәмәтша Буранғолов йыйған «Урал батыр» эпосы Шишмә районы музейында урын алды

Фольклорсы-ғалим Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан хәреф машинаһында йыйылған «Урал батыр» эпосының күсермәһе Шишмә районындағы Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһының визит үҙәгенә тапшырылды. Китап баш ҡаланың «Самрау» нәшриәте ярҙамында ҙур форматта баҫтырылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ҡобан байрамының йомғаҡлау көнөндә «Хәләлфест» үтте

Ҡобан байрамының йомғаҡлау көнөндә «Хәләлфест». Октябрь районында урынлашҡан «Башҡортостан» лайфстайл сауҙа үҙәге майҙанында диндарҙар башҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн «Хәләлфест»уҙғарҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт бейеүенә дан: Өфөлә «Байыҡ» телевизион конкурсы гала-концерты үтте

Республиканың төп сәхнәһендә-балалар. «Байыҡ» конкурсы башҡорт халыҡ бейеүен башҡарыусыларҙы бер сәхнәгә йыйҙы. Өфөлә телеконкурстың гала-концертында 500-ҙән ашыу йәш бейеүсе майҙан тотто. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең спорт уйындары үтте

Сарала республиканың төрлө район-ҡалаларынан 51 команда ҡатнашты. Дүрт йөҙгә яҡын спортсы йөүгереү, шашка, өҫтәл теннисы кеүек уйындарҙа үҙ- ара көслөләрҙе асыҡланы. Иң күп ҡатнашыусы йүгереү майҙанында. Ирҙәр мең метрлыҡ дистанцияла көс һынашһа, ҡатын-ҡыҙҙар 500 метр арауыҡҡа йүгерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ҡала-райондарының инвестиция климаты буйынса рейтингына арналған семинар үтте

Башҡортостан ҡала-райондарының инвестиция климаты буйынса рейтингына арналған семинар үтте. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры урынбаҫары Игорь Карачин ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда капиталь ремонттар графикҡа ярашлы башҡарылырға тейеш

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мәғариф учреждениеларында ойошторолған капиталь ремонтты билдәләнгән графикҡа ярашлы алып барырға ҡушты. Федераль программа буйынса башҡарылған эштәр һәр муниципалитет контролендә булырға тейеш. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ Берҙәм дәүләт имтихандарының тәүге һөҙөмтәләре иғлан ителде. Төбәктең ауыл хужалығы министрлығы тарафынан яҙғы баҫыу эштәре тураһында доклад та тәҡдим ителде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Азамат Шаһисолтановты генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне

Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугиры Азамат Шаһисолтановты генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. Юғары награда яугирға хәрби бурысын үтәгәндә күрһәтелгән ҡаһарманлығы өсөн тапшырылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сержанттар әҙерләүгә өҫтөнлөк: Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә хәрби күнекмәләр үтә

Сит күҙҙәрҙән алыҫ, хәрби бәйләнеш һыҙығына яҡын. Махсус хәрби операция барышында сержанттарға ихтыяж артҡан. Шуға ла офицерҙар һәм рядовойҙар араһында бәйләүсе звено әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә. Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендәге полигондарҙың береһендә буласаҡ сержанттар тактика, ут, инженер һәм хәрби медицина нигеҙҙәрен үҙләштерә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Урал батыр» эпосының күсермәһе Евразия визит үҙәгенә тапшырылды

Фольклорсы-ғалим Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан хәреф машинкаһында йыйылған «Урал батыр» эпосының күсермәһе Шишмә районындағы Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһының визит үҙәгенә тапшырылды. Китап баш ҡаланың «Самрау» нәшриәте ярҙамында ҙур форматта баҫтырылған. «Урал батыр» эпосы көнө тәүгә рәсми билдәләнгән көндә Күмертау ҡалаһында эпик ҡомартҡыны һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы эш башланы.
Беҙҙең хат ташыусы Рәсәйҙә иң яҡшыһы

Ғафури районынан Зилә Романова ауыл почтальондары араһында уҙғарылған ил конкурсында еңде. Уға 250 мең һум аҡса тапшырылды. Зилә Романова Родина ауылында 10 йылдан ашыу хат ташыусы булып эшләй. “Мин халыҡ менән аралашам, уларға ярҙам итәм. Кешеләрҙе яратһаң ғына яҡшы почтальон булыу мөмкин”, - тигән фекерҙә ул. “Ауыл почтальоны” Бөтә Рәсәй конкурсы финалы Мәскәүҙә үтте. Ярыш беренсе тапҡыр уҙғарылды.
Өфөлә әсәйҙәргә арналған йыр клибы төшөрөлә

Әсәйҙәр тураһындағы йырҙы Башҡортостан балалары һәм илдең башҡа ҡалаларында йәшәгән ҡыҙ һәм малайҙар башҡара. Унда әсәй һүҙе башҡорт, татар, рус, яҡут, сыуаш һәм тағы ла 15 телдә яңғырай. “Йыр матур яңғырашлы булһын өсөн бик күп белгестәр менән аралашырға, филогогтар менән фекер алышырға тура килде. Әсәйгә һөйөү хаҡындағы йырҙар бөтә халыҡтарҙа бар. Был бөйөк тема. Беҙ донъялағы иң ҡәҙерле кешегә бағышланған интернациналь гимн булдырабыҙ. Проектта танылған музыкант Заһир Зәйнетдинов ҡатнаша. Клиптың премьераһы Мәскәүҙә “Рәсәйҙең милли гүзәллеге” тигән фестиваль барышында тәҡдим ителә.
Иң шәп һәүәҫкәр футболсыларҙы “Олотау йыйыны”на көтәләр

Турнир июлдә Учалы районы Ҡотой ауылында була. Әле ҡатнашыусыларҙан ғаризалар ҡабул ителә. “Еңеү яулаған ир-егеттәр командаһына күсмә Кубок, 300 мең һум аҡса һәм башҡорт тоҡомло ат тапшырыла. Ҡатын-ҡыҙҙарға 100 мең һәм һыйыр бүләк итәбеҙ”, - ти турнирҙы ойоштороусыларҙың береһе Илнур Солтанов.
Турнирҙа футбол буйынса ярыштан тыш, кибер-спорт, милли ат сабышы, көрәш, уҡ атыу турниры үтә. Шулай уҡ башҡа уйындар уҙғарыла. Эстрада артистары ҡатнашлығында концерт ойошторола.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары махсус хәрби операция биләмәһенә УАЗ автомобиле оҙатты

Депутаттарҙан «Буханка». Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары махсус хәрби операция биләмәһенә УАЗ автомобиле оҙатты. Юғары үтемле техника 31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итәсәк. Республика парламентарийҙары яугирҙарға, Донбасс халҡына ла даими ярҙам итә. Депутаттар даими рәүештә гуманитар ылау ҙа туплауҙа ҡатнаша. Техника оҙатыу ҙа тәүгә түгел. Өр яңы УАЗ «Буханка» яралыларҙы, хәрбикомплект һәм штурмға барыусыларҙы йөрөтөүҙә файҙаланыласаҡ.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Балтас районында шәхси йорттағы янғында өс баланың ғүмере өҙөлгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, утты һүндергәндә 3, 9, 16 йәшлек малайҙарҙың кәүҙәләре табылған. Балаларҙың атаһы махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә, әсә һәм тағы ла бер 12 йәшлек бала өйҙә булмаған. Әле янғын сәбәптәре асыҡлана. Урында ведомствоның оператив төркөмө эшләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Константин Толкачев Пенза ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округы парламентарийҙары советында ҡатнашты

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Пенза ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округы парламентарийҙары советында ҡатнашты. Көн тәртибендә төбәктәрҙә спорт өлкәһен үҫтереү һәм балалар ялы һорауҙары ҡаралды. Башҡортостанда 16 ҙур спорт объекты төҙөлөшө бара. Тиҙҙән был исемлеккә еңел атлетика манежы һәм олимпия резервындағы училище индерелергә тейеш. Спорт объекттары һаны буйынса Башҡортостан илдә өсөнсө урынды биләй.
2025/06/19 07:06:08
Back to Top
HTML Embed Code: