Telegram Group & Telegram Channel
АҘАҒЫНДА ИЛАРЛЫҠ БУЛМАҺЫН

Рәсәй Империяһы флагына бәйле ваҡиғаларҙы һаман ҡуйыртырға маташалар. Беләһегеҙҙер, яңыраҡ Бөрйән районынан йәш егеттәр (әле балиғ йәшкә лә етмәгән) Башҡортостан һәм Рәсәй Империяһы флагтарын һатып алып, шулар менән фотоға төшөп, интернет селтәренә һалғайны.

Шунда уҡ экстремистар һәм уларҙың сит илдәрҙәге әшнәләре йәмғиәттә йәштәргә ҡарата кире фекер уятыу маҡсатында яман һүҙҙәр, кире мәғлүмәт таратырға тотондо. Уларҙың ҡотҡоһона бирелгән өлкәнерәк йәштәге бер нисә кеше Бөрйән егеттәрен ғәфү үтенеп видеоға төшөргә мәжбүр итте хатта. Әммә йәштәрҙе МХО ветерандары һәм патриотик йәмәғәтселек яҡлап сыҡты, ә хоҡуҡ һаҡлау органдары экстремистар яҡлы ике кешегә ҡарата енәйәт эше асты.

Бына хәҙер билдәһеҙ кешеләр Рәсәй Империяһы флагын Бөрйән районы сигендәге стела эргәһендә ергә һалып яндырыуҙарын видеоға төшөрөп һалған. Яҙма башта Украина махсус хеҙмәттәренә буйһондороулы телеграм-каналдар буйлап таратыла, аҙаҡ уларҙы Рәсәйҙәге рәсми булмаған төрлө сығанаҡтар күтәрмәләп алды. Был ҡылыҡҡа шундай ғына баһа бирергә була: балиғ булмаған йәштәребеҙҙе власть һәм йәмәғәтселектең берҙәм яҡлауына яуап итеп тағы ла ҡотҡо таратырға маташалар.

Бындай осраҡтарҙа һәр кем үҙенең алдындағы яуаплыҡ тураһында уйланһа ине. Тәү сиратта, әлбиттә, шундай экстремистик видеоны кемуҙарҙан таратҡан сығанаҡтарҙың мөхәррирҙәренә ҡағыла был: ошо ҡылыҡтары менән улар экстремистарҙың һәм Украина махсус хеҙмәттәренең милләт-ара дошманлыҡ тыуҙырыу маҡсатына булышлыҡ итә лә баһа! Бындай темаларға ҡағылышлы яңылыҡтарға һәр ваҡыт йәшертен исем аҫтында ултырған Украина боттары комментарийҙар яҙып, юрамал төрлө ыҙғыш-талаш ҡуптарырға тырышыуын аңларға кәрәк.

Ә инде Рәсәй Империяһы флагын яндырыу кеүек асыҡ провокацияларҙа ҡатнашыусыларға килгәндә, енәйәт өҫтөндә тотолмағанға күрә бының өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылмаһағыҙ ҙа, Украина махсус хеҙмәттәре ҡармағына эләгеүегеҙ тураһында уйланырға кәрәк. Ата-бабаларыбыҙ юҡҡа ғына: “Яман менән көлһәң, аҙағында иларһың”, - тимәгән бит. Икенсе юлы уларҙың “үтенесе” быға ҡарағанда ла хәүефлерәк булыуы, тағы ла ҙурыраҡ енәйәткә этәреүе бар. Теләһәң дә артҡа сигенеп булмаҫ ул саҡта: исемегеҙҙе бар халыҡҡа фаш итеү менән ҡурҡытһалар?

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә бит ул, йәмәғәт. Был осраҡ уйландырһын ине барыһын да.

group-telegram.com/bashkhanzaman/31
Create:
Last Update:

BY Ханзаман 🖋

Warning: Undefined variable $i in /var/www/group-telegram/post.php on line 260

Share with your friend now:
group-telegram.com/bashkhanzaman/31

View MORE
Open in Telegram

Telegram | DID YOU KNOW?

Date: |

"Like the bombing of the maternity ward in Mariupol," he said, "Even before it hits the news, you see the videos on the Telegram channels." Continuing its crackdown against entities allegedly involved in a front-running scam using messaging app Telegram, Sebi on Thursday carried out search and seizure operations at the premises of eight entities in multiple locations across the country. 'Wild West' Meanwhile, a completely redesigned attachment menu appears when sending multiple photos or vides. Users can tap "X selected" (X being the number of items) at the top of the panel to preview how the album will look in the chat when it's sent, as well as rearrange or remove selected media. Russian President Vladimir Putin launched Russia's invasion of Ukraine in the early-morning hours of February 24, targeting several key cities with military strikes.
from vn

Telegram Ханзаман 🖋
FROM American